- Длительность: 3:33
- Качество: 320 kbps
- Добавлено: 26 май 2024
-
В закладки
Нисә йылдар һине көттөм,
Һине генә эҙләнем.
Һин күң(е)лемдең гөл-сәскәһе
Һин минең киләсәгем.
Аҡыллы, ышансылы ир
Булырмын һинең өсөн.
Һин бәхетле булһын өсөн,
Түгәрмен бөтә көсөм.
Донъяның бар шатлыҡтарын
Бүләк итәм - итәм мин һиңә.
Һине генә - һине яратырмын
Кейәүгә сыҡ һин миңә!
Бәхет-шатлыҡ беҙҙе көтә
Бер-бер артлы теҙелеп.
Тәҡдим яһайым бөгөн һиңә.
Яуап көтәм өҙөлөп.
Насип булһа бергә-бергә
Һөйөрбөҙ кескәйҙәрҙе.
Ейән менән һөйөндөрөп
Ҡәҙерле әсәйҙәрҙе.
Донъяның бар шатлыҡтарын
Бүләк итәм - итәм мин һиңә.
Һине генә - һине яратырмын
Кейәүгә сыҡ һин миңә!